Конституция Республики Башкортостан
Текст конституции на русском языке
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы тарафынан 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһының 2000 йылдың 3 ноябрендәге 94-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 3 декабрендәге 369-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 18 сентябрендәге 23-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдың 13 июлендәге 146-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы, Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы тарафынан индерелгән үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән Беҙ, Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы, үҙ еребеҙҙә уртаҡ яҙмыш менән берләшеп, халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә дөйөм танылған хоҡуғынан, тиң хоҡуҡлылыҡ, иреклелек һәм ихтыяр белдереү азатлығы принциптарынан сығып, башҡорт халҡының XVI быуатта Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуын, башҡорт милләтенең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Рәсәй Үҙәк Совет Власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт совет автономияһы тураһында Килешеүе нигеҙендә 1919 йылда РСФСР составында Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлөүен, 1990 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларацияға ярашлы Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелеүен иғтибарға алып, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында»ғы Договорына нигеҙләнеп, кеше һәм граждандың, бөтә халыҡтарҙың хоҡуҡтарына һәм иректәренә ихтирамыбыҙҙы раҫлап, бөгөнгө һәм киләсәк быуындар алдында үҙебеҙҙең республикабыҙ өсөн яуаплылыҡты аңлап, лайыҡлы тормош, граждандар араһында тыныслыҡ һәм милләт-ара татыулыҡ тәьмин итергә ынтылып, үҙебеҙҙең тулы хоҡуҡлы вәкилдәребеҙ йөҙөндә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итәбеҙ. Беренсе киҫәк 1-се бүлек БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ КОНСТИТУЦИОН ҠОРОЛОШО НИГЕҘҘӘРЕ 1-се статья Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында республиканың бөтә күп милләтле халҡы ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдырыусы демократик хоҡуҡи дәүләт булып тора. «Башҡортостан Республикаһы» һәм «Башҡортостан» тигән атамалар тиң мәғәнәле. Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеге Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһының хакимиәт даирәһе сиктәренән һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәренән тыш, дәүләт власының бөтә тулылығына эйә булыуында, үҙ территорияһы, халҡы, дәүләт власы органдары системаһы, үҙ Конституцияһы һәм закондары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре һәм дәүләт символдары булыуында сағылыш таба. Башҡортостан Республикаһының статусы һәм территорияһының сиктәре фәҡәт Башҡортостан Республикаһының ризалығы менән генә үҙгәртелә ала. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре булып башҡорт һәм урыҫ телдәре тора. 2-се статья Кеше, уның хоҡуҡтары һәм иректәре Башҡортостан Республикаһында иң юғары ҡиммәт булып тора. Кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен таныу, үтәү һәм яҡлау – дәүләт булараҡ Башҡортостан Республикаһының бурысы. 3-сө статья Башҡортостан Республикаһында халыҡ власының конституцион системаһы эш итә. Халыҡ власты туранан-тура, шулай уҡ дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары аша тормошҡа ашыра. Халыҡ власының иң юғары туранан-тура кәүҙәләнеше булып референдум һәм ирекле һайлауҙар тора. Башҡортостан Республикаһында дәүләт власы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм ошо Конституцияға ярашлы тормошҡа ашырыла. 4-се статья Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһының тиң хоҡуҡлы субъекты булып тора. Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары менән Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары араһында мөнәсәбәттәр ошо Конституция, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһындағы Договор, башҡа договорҙар һәм килешеүҙәр менән билдәләнә. 5-се статья Башҡортостан Республикаһында дәүләт власы уны закондар сығарыу, башҡарма һәм суд властарына айырыу нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власы органдары үҙ аллы. 6-сы статья Башҡортостан Республикаһында дәүләт власын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы судтары тормошҡа ашыра. (Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында) 7-се статья Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара таныла һәм гарантиялана. Урындағы үҙидара үҙ вәкәләттәре сиктәрендә үҙ аллы. 8-се статья Башҡортостан Республикаһында милектең хосуси, дәүләт, муниципаль һәм башҡа формалары таныла һәм бер тигеҙ яҡлау менән тәьмин ителә. 9-сы статья Башҡортостан Республикаһында ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстары уның күп милләтле халҡының йәшәү һәм эшмәкәрлек нигеҙе булараҡ файҙаланыла һәм һаҡлана. Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары араһындағы килешеүҙәргә ярашлы Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкендәге ергә, ер аҫтына, һыу, урман һәм башҡа тәбиғәт ресурстарына идара итеү һәм улар менән эш итеү тәртибе Башҡортостан Республикаһы законы менән көйләнә. 10-сы статья Башҡортостан Республикаһының дәүләт милке уның күп милләтле халҡының байлығы булып тора. Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкендә дәүләт ойошмалары мөлкәте, мәҙәни һәм тарихи ҡиммәттәр, Башҡортостан Республикаһы бюджеты һәм Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттары средстволары һәм Башҡортостан Республикаһының бурыстарын һәм функцияларын тормошҡа ашырыуға кәрәк булған башҡа мөлкәт тора. Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкенә идара итеү һәм уның менән эш итеү тәртибе федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһы закондары менән көйләнә. 11-се статья Башҡортостан Республикаһы – социаль дәүләт, уның сәйәсәте кешегә лайыҡлы тормош һәм ирекле үҫеш тәьмин итеүсе шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһында кешеләрҙең хеҙмәте һәм һаулығы һаҡлана; хеҙмәткә түләүҙең гарантиялы минималь күләме тәьмин ителә; ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа, балалыҡҡа, инвалидтарға һәм өлкән йәштәге граждандарға яҡлау тәьмин ителә; социаль хеҙмәттәр системаһы үҫтерелә; республика пенсиялары, пособиелары һәм социаль яҡлауҙың башҡа гарантиялары булдырыла. 12-се статья Башҡортостан Республикаһында идеологик күп төрлөлөк таныла. Бер ниндәй идеология ла дәүләт идеологияһы йәки мәжбүри идеология тип билдәләнә алмай. Башҡортостан Республикаһында күп фирҡәлелек тәьмин ителә. Маҡсаттары һәм эш-ғәмәлдәре Рәсәй Федерацияһының конституцион ҡоролошон һәм Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошон көс ҡулланып үҙгәртеүгә, социаль, раса, милли һәм дини ыҙғыш тыуҙырыуға йүнәлтелгән йәмәғәт берләшмәләре эшмәкәрлегенә юл ҡуйылмай. 13-сө статья Башҡортостан Республикаһы – донъяуи дәүләт. Бер ниндәй дин дә дәүләт дине йәки мәжбүри дин тип билдәләнә алмай. Дини берләшмәләр дәүләттән айырылған һәм закон алдында тиң. 14-се статья Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан йәки референдум юлы менән ҡабул ителә. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы Башҡортостан Республикаһы ҡарамағына тапшырылған мәсьәләләр буйынса иң юғары юридик көскә эйә, туранан-тура ғәмәлдә була һәм Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһында ҡабул ителеүсе закондар һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттар ошо Конституцияға ҡаршы килергә тейеш түгел. Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы дәүләт власы органдары, башҡа дәүләт органдары һәм дәүләт учреждениелары, урындағы үҙидара органдары, ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре, вазифалы кешеләр һәм граждандар Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын, Башҡортостан Республикаһы закондарын һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарын үтәргә тейеш. Закондар рәсми баҫып сығарылырға тейеш. Баҫып сығарылмаған закондар ҡулланылмай. Кеше һәм граждан хоҡуҡтарына, иректәренә һәм бурыстарына ҡағылышлы норматив хоҡуҡи акттар, әгәр улар дөйөм иғтибарға рәсми баҫып сығарылмаған булһа, ҡулланыла алмай. 15-се статья Башҡортостан Республикаһы үҙ вәкәләттәре сиктәрендә халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе бойомға ашыра. Башҡортостан Республикаһы, федераль закондарға ярашлы, халыҡ-ара ойошмалар эшмәкәрлегендә ҡатнаша, сит ил дәүләттәренең административ-территориаль берәмектәре, сит ил федератив дәүләттәренең субъекттары, сит ил дәүләттәренең дәүләт власы органдары менән договорҙар һәм килешеүҙәр төҙөй ала. 16-сы статья Конституцияның ошо бүлегендәге положениелар Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошо нигеҙҙәрен тәшкил итә һәм ошо Конституция менән билдәләнгән тәртиптән башҡа төрлө үҙгәртелә алмай. Ошо Конституцияның башҡа бер ниндәй положениелары ла Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошо нигеҙҙәренә ҡаршы килә алмай. 2-се бүлек КЕШЕ ҺӘМ ГРАЖДАНДЫҢ ХОҠУҠТАРЫ, ИРЕКТӘРЕ ҺӘМ БУРЫСТАРЫ 17-се статья Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре халыҡ-ара хоҡуҡиәттең дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм ошо Конституцияға ярашлы таныла һәм гарантиялана. Кешенең төп хоҡуҡтары һәм иректәре айырып алынғыһыҙ һәм һәр кемгә тыумыштан бирелә. Кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыу башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙорға тейеш түгел. Хоҡуҡтарҙы һәм иректәрҙе Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошон көс ҡулланып үҙгәртеү, раса, милли, социаль, синфи, дини күрәлмаусанлыҡ һәм дошманлыҡ тыуҙырыу, көс ҡулланыуҙы һәм һуғышты пропагандалау өсөн файҙаланыуға юл ҡуйылмай. 18-се статья Кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре туранан-тура ғәмәлдә була. Улар закондарҙың мәғәнәһен, йөкмәткеһен һәм ҡулланылышын, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидараның эшмәкәрлеген билдәләй һәм суд эшмәкәрлеге менән тәьмин ителә. 19-сы статья Закон һәм суд алдында бөтәһе лә тиң. Кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре тиңлеге енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, мөлкәт һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берләшмәләре ағзаһы булыу-булмауына, шулай уҡ башҡа шарттарға бәйһеҙ рәүештә гарантиялана. Бер кем дә үҙенең инвалидлығы арҡаһында зыян күрергә тейеш түгел. Ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ тиң хоҡуҡтарға һәм иректәргә һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн тиң мөмкинлектәргә эйә. 20-се статья Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында төп хоҡуҡтарҙы һәм иректәрҙе һанап сығыу кеше һәм граждандың башҡа дөйөм танылған хоҡуҡтарын һәм иректәрен инҡар итеү йәки кесерәйтеү тип аңлатылырға тейеш түгел. Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен ғәмәлдән сығарыусы йәки кесерәйтеүсе закондар ҡабул ителә алмай. Кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре федераль закон менән сикләнә ала. 21-се статья Башҡортостан Республикаһында сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә ваҡытлыса һыйыныу урыны федераль законға ярашлы бирелә. 22-се статья Һәр кем йәшәүгә хоҡуҡлы. Бер кем дә йәшәүҙән нигеҙһеҙ мәхрүм ителә алмай. 23-сө статья Кешелек дәрәжәһе тейелгеһеҙ. Бер нәмә лә уны кесерәйтеү өсөн нигеҙ була алмай. 24-се статья Һәр кем азатлыҡ һәм шәхси тейелгеһеҙлек хоҡуғына эйә. 25-се статья Һәр кем шәхси тормошоноң тейелгеһеҙлеге, шәхси һәм ғаилә сере, үҙенең намыҫын һәм яҡшы исемен яҡлау хоҡуғына эйә. Һәр кемдең хат алышыу, телефондан һөйләшеү, почта, телеграф аша һәм башҡа төрлө хәбәрләшеүҙәр серенә хоҡуғы бар. 26-сы статья Кешенең үҙ ризалығынан башҡа уның шәхси тормошо тураһында мәғлүмәттәр йыйыуға, һаҡлауға, файҙаланыуға һәм таратыуға юл ҡуйылмай. Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары, уларҙың вазифалы кешеләре һәр кемгә уның хоҡуҡтарына һәм иректәренә туранан-тура ҡағылған документтар һәм материалдар менән танышыу мөмкинлеген тәьмин итергә бурыслы. 27-се статья Торлаҡ тейелгеһеҙ. Бер кемдең дә торлаҡҡа, федераль закон менән билдәләнгән осраҡтарҙан йәки суд ҡарары нигеҙенән башҡа, унда йәшәүсе кешеләрҙең ихтыярынан тыш үтеп инергә хаҡы юҡ. 28-се статья Башҡортостан Республикаһы территорияһында законлы рәүештә булған һәр кемгә ирекле күсеп йөрөү, тороу һәм йәшәү урынын һайлап алыу хоҡуғы тәьмин ителә. Башҡортостан Республикаһы закондары граждандар тарафынан Башҡортостан Республикаһының матди, финанс һәм башҡа средстволары иҫәбенә тәьмин ителеүсе өҫтәмә льготалар менән файҙаланыуға талаптар рәүешендә кешенең республика территорияһында даими йәшәү критерийын иҫәпкә алырға мөмкин. (икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы тарафынан индерелде) 29-сы статья Һәр кемгә фекер һәм һүҙ ирке гарантиялана. Бер кем дә үҙ фекерҙәрен һәм инаныуҙарын белдереүгә йәки уларҙан баш тартыуға мәжбүр ителә алмай. Башҡортостан Республикаһында һәр кем мәғлүмәтте һәр төрлө законлы ысул менән ирекле эҙләү, алыу, әҙерләү һәм таратыу хоҡуғына эйә. Киң мәғлүмәт ирке гарантиялана. 30-сы статья Һәр кемгә выждан ирке, дин тотоу ирке, шул иҫәптән яңғыҙ йәки башҡалар менән берлектә теләгән бер динде тотоу йәки береһен дә тотмау, дини һәм башҡа төрлө инаныуҙарҙы ирекле һайлау, уларға эйә булыу һәм таратыу һәм уларға ярашлы эш итеү хоҡуғы гарантиялана. Башҡортостан Республикаһы төрлө дингә ҡараған диндарҙар араһында толерантлыҡ, сабырлыҡ һәм ихтирам итеүҙе яҡлауға булышлыҡ итә. (икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы тарафынан индерелде) 31-се статья Һәр кем үҙенең милли сығышын билдәләргә һәм күрһәтергә хоҡуҡлы. Бер кем дә үҙенең милли сығышын билдәләүгә һәм күрһәтеүгә мәжбүр ителә алмай. 32-се статья Һәр кем туған телен файҙаланыу, аралашыу, тәрбиә, уҡыу һәм ижад итеү телен ирекле һайлап алыу хоҡуғына эйә. 33-сө статья Граждандарға федераль законға һәм Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы туранан-тура, шулай уҡ үҙҙәренең вәкилдәре аша Башҡортостан Республикаһы эштәренә идара итеүҙә ҡатнашыу хоҡуғы тәьмин ителә. Граждандарға федераль законға һәм Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына һайлау һәм һайланыу, шулай уҡ референдумдарҙа ҡатнашыу хоҡуғы тәьмин ителә. 34-се статья Граждандар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә урынлашыу йәһәтенән бер тиң мөмкинлеккә эйә. (Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында) 35-се статья Башҡортостан Республикаһында граждандарға федераль законға һәм Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы тыныс, ҡоралһыҙ йыйылыу, йыйылыштар, митингылар һәм демонстрациялар, йөрөштәр һәм пикеттар үткәреү хоҡуғы тәьмин ителә. 36-сы статья Башҡортостан Республикаһында һәр кемгә, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн профессиональ союздар төҙөү хоҡуғын да индереп, берләшеү хоҡуғы тәьмин ителә. Бер кем дә ниндәй ҙә булһа берләшмәгә инеүгә йәки унда тороуға мәжбүр ителә алмай. 37-се статья Һәр кем Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына шәхсән мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ яңғыҙ һәм күмәк мөрәжәғәттәр ебәреү хоҡуғына эйә. 38-се статья Башҡортостан Республикаһында һәр кемгә үҙ милкендә мөлкәт тотоу, бер үҙе, шулай уҡ башҡа кешеләр менән берлектә уны биләү, файҙаланыу һәм уның менән эш итеү хоҡуғы тәьмин ителә. 39-сы статья Һәр кем эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һәм федераль закон менән тыйылмаған башҡа иҡтисади эшмәкәрлек өсөн үҙ һәләттәрен һәм мөлкәтен ирекле файҙаланыу хоҡуғына эйә. 40-сы статья Хеҙмәт ирекле. Башҡортостан Республикаһында һәр кем үҙенең хеҙмәткә һәләттәрен ирекле файҙаланыу, эшмәкәрлек төрөн һәм һөнәр һайларға хоҡуҡлы. Һәр кем хәүефһеҙлек һәм гигиена талаптарына яуап биргән шарттарҙағы хеҙмәт, хеҙмәте өсөн бер ниндәй дискриминацияһыҙ түләү алыу, шулай уҡ эшһеҙлектән яҡланыу хоҡуғына эйә. 41-се статья Башҡортостан Республикаһында һәр кем ялға хоҡуҡлы. Хеҙмәт договоры буйынса эшләүсегә закондар менән билдәләнгән эш ваҡыты оҙайлылығы, ял һәм байрам көндәре, йыл һайын түләүле отпуск, ҡайһы бер профессиялар һәм производстволар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө гарантиялана. 42-се статья Ғаилә, әсәлек, атайлыҡ, балалыҡ, инвалидтар һәм өлкән йәштәге граждандар Башҡортостан Республикаһы яҡлауында тора. Никах ир менән ҡатындың ирекле ризалығына һәм тиң хоҡуҡлылығына нигеҙләнә. Балалар хаҡында хәстәрлек күреү, уларҙы тәрбиәләү һәм ҡарау – ата-әсәнең тиң хоҡуғы һәм бурысы. Ата-әсәләренең сығышына һәм гражданлыҡ хәленә ҡарамаҫтан, балалар тиң хоҡуҡи һәм социаль яҡлауҙан файҙалана. Башҡортостан Республикаһы етем балаларҙы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы аҫрауҙы, тәрбиәләүҙе һәм уларға белем биреүҙе тәьмин итә. Башҡортостан Республикаһы балаларға ҡарата хәйриә эшмәкәрлеген, шулай уҡ балаларҙы тәрбиәләү буйынса хеҙмәтте дәртләндерә. Хеҙмәткә һәләтле балиғ булған балалар үҙҙәренең хеҙмәткә яраҡһыҙ ата-әсәләре тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы. 43-сө статья Башҡортостан Республикаһында һәр кем һаулығын һаҡлауға һәм медицина ярҙамына хоҡуҡлы. Дәүләт һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында граждандарға медицина ярҙамы тейешле бюджет средстволары, страховка взностары, башҡа керемдәр иҫәбенә бушлай күрһәтелә. Башҡортостан Республикаһында халыҡ һаулығын һаҡлауҙың һәм нығытыуҙың республика программалары финанслана, һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт, муниципаль, хосуси системаларын үҫтереү буйынса саралар күрелә, кеше һаулығын нығытыуға, физик культураны һәм спортты үҫтереүгә, экологик һәм санитар-эпидемиологик именлеккә булышлыҡ итеүсе эшмәкәрлек дәртләндерелә. 44-се статья Башҡортостан Республикаһында һәр кем уңайлы тирә-яҡ мөхиткә, уның торошо тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыуға һәм экологик хоҡуҡ боҙоу һөҙөмтәһендә уның һаулығына йәки мөлкәтенә килтерелгән зыянды ҡаплатыуға хоҡуҡлы. 45-се статья Башҡортостан Республикаһында һәр кемгә йәше буйынса, ауырығанда, ғәрипләнгәндә, ҡараусыһын юғалтҡанда, балалар тәрбиәләү өсөн һәм закон менән билдәләнгән башҡа осраҡтарҙа социаль тәьминәт гарантиялана. Башҡортостан Республикаһында ирекле социаль страховкалау, социаль тәьминәттең өҫтәмә формаларын булдырыу һәм хәйриә эшмәкәрлеге хуплана. 46-сы статья Һәр кем торлаҡҡа хоҡуҡлы. Бер кем дә торлаҡтан нигеҙһеҙ мәхрүм ителә алмай. Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндерә, торлаҡҡа хоҡуҡты тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙыра. Етешһеҙ йәшәгән, законда күрһәтелгән нигеҙҙә торлаҡҡа мохтаж башҡа граждандарға ул дәүләт, муниципаль һәм башҡа торлаҡ фондтарынан закон менән билдәләнгән нормаларға ярашлы түләүһеҙ йәки түләй алырлыҡ хаҡҡа һатып бирелә. 47-се статья Һәр кем белем алыуға хоҡуҡлы. Дәүләт йәки муниципаль белем биреү учреждениеларында һәм предприятиеларҙа мәктәпкәсә, төп дөйөм һәм урта профессиональ белемдең һәр кем алырлыҡ һәм түләүһеҙ булыуы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халҡы телдәрен өйрәнеү гарантиялана. (икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы Законы редакцияһында) Һәр кем конкурс нигеҙендә дәүләт йәки муниципаль белем биреү учреждениеһында һәм предприятиела түләүһеҙ юғары белем алыуға хоҡуҡлы. Төп дөйөм белем алыу мәжбүри. Ата-әсәләр йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләр балаларының төп дөйөм белем алыуын тәьмин итә. Башҡортостан Республикаһы белем биреүҙең һәм үҙ аллы белем алыуҙың төрлө формаларына булышлыҡ итә. (бишенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы Законы редакцияһында) 48-се статья Һәр кемгә әҙәби, художестволы, фәнни, техник һәм башҡа төрлө ижад итеү, уҡытыу ирке гарантиялана. 49-сы статья Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарына һәм иректәренә дәүләт яҡлауы гарантиялана. Һәр кем үҙенең хоҡуҡтарын һәм иректәрен закон менән тыйылмаған бөтә ысулдар менән яҡларға хаҡлы. 50-се статья Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарына һәм иректәренә суд яҡлауы гарантиялана. Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының һәм вазифалы кешеләрҙең ҡарарҙарына һәм эш итеүенә (йәки эш итмәүенә) судҡа ялыу бирелә ала. Әгәр хоҡуҡи яҡлауҙың дәүләт эсендәге бөтә саралары ла файҙаланылып бөтһә, Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара договорҙарына ярашлы, һәр кем кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау буйынса дәүләт-ара органдарға мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. 51-се статья Башҡортостан Республикаһында квалификациялы юридик ярҙам алыуға хоҡуҡ гарантиялана. 52-се статья Һәр кем Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының йәки уларҙың вазифалы кешеләренең законһыҙ эш итеүе (йәки эш итмәүе) арҡаһында килтерелгән зыянды ҡаплатыу хоҡуғына эйә. 53-сө статья Башҡортостан Республикаһында үҙенең милли сығышын күрһәтеү хоҡуғын тормошҡа ашырыу гарантиялана. 54-се статья Башҡортостан Республикаһы үҙ территорияһында йәшәүсе халыҡтарға туған телен һаҡлауға тиң хоҡуҡтар гарантиялай, уны иркен өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра. Башҡортостан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен иркен өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла. 55-се статья Башҡортостан Республикаһында хосуси милек хоҡуғы гарантиялана. 56-сы статья Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусының законлы мәнфәғәттәре яҡлана, уның хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеге хуплана. 57-се статья Башҡортостан Республикаһы башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы, мәҙәниәтен үҫтереүҙе тәьмин итә. 58-се статья Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт берләшмәләре эшмәкәрлеге ирке гарантиялана. 59-сы статья Башҡортостан Республикаһының яуаплылыҡ билдәләүсе йәки уны көсәйтеүсе законы ҡайта көскә эйә түгел. Ҡылынған мәлендә хоҡуҡ боҙоу тип танылмаған эш-ҡылыҡ өсөн бер кем дә яуаплылыҡҡа тарттырыла алмай. Хоҡуҡ боҙоу ҡылынғандан һуң уның өсөн яуаплылыҡ бөтөрөлһә йәки йомшартылһа, яңы закон ҡулланыла. 60-сы статья Башҡортостан Республикаһы территорияһында булған һәр кем Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын, Башҡортостан Республикаһы закондарын һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарын үтәргә, башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иректәрен, намыҫын һәм кешелек дәрәжәһен ихтирам итергә бурыслы. 61-се статья Башҡортостан Республикаһында һәр кем тирә-яҡ мөхитте, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡларға, тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға бурыслы. 62-се статья Башҡортостан Республикаһында һәр кем законлы билдәләнгән һалымдарҙы һәм йыйымдарҙы түләргә бурыслы. Башҡортостан Республикаһының яңы һалымдар билдәләүсе йәки һалым түләүселәрҙең хәлен насарайтыусы закондары ҡайта көскә эйә түгел. 3-сө бүлек БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ АДМИНИСТРАТИВ-ТЕРРИТОРИАЛЬ ҠОРОЛОШО ҺӘМ БАШ ҠАЛАҺЫ 63-сө статья Башҡортостан Республикаһы территорияһы административ-территориаль берәмектәр сифатында райондарҙы, республика әһәмиәтендәге ҡалаларҙы һәм ябыҡ административ-территориаль берәмекте – Межгорье ҡалаһын үҙ эсенә ала. 64-се статья Башҡортостан Республикаһы составына түбәндәге административ-территориаль берәмектәр инә: райондар – Әбйәлил, Әлшәй, Архангель, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран; статусы буйынса райондарға тиңләштерелгән ҡушма административ-территориаль берәмектәр – Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы, Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы, Бөрө районы һәм Бөрө ҡалаһы, Благовещен районы һәм Благовещен ҡалаһы, Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы, Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө ҡалаһы, Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы, Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһы, Туймазы районы һәм Туймазы ҡалаһы, Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы, Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһы; (өсөнсө абзац Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы редакцияһында) республика әһәмиәтендәге ҡалалар – Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө. 65-се статья Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы булып Өфө ҡалаһы тора. Баш ҡала статусы Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнә. 4-се бүлек закондар сығарыу власы 66-сы статья Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының иң юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу (вәкиллекле) органы булып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай (ошо Конституцияла – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы) тора. (беренсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Башҡортостан Республикаһы закондар сығарыу власының даими эшләүсе органы булып тора. 67-се статья Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы 110 депутаттан тора. (беренсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы Законы редакцияһында) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына һайлауҙар тәртибе Башҡортостан Республикаһы законы һәм федераль закон менән билдәләнә. (икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы редакцияһында) 68-се статья Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы биш йылға һайлана. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы һайланғандың утыҙынсы көнөнә үҙенең беренсе ултырышына саҡырыла. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ултырышын ошо сроктан алдараҡ та саҡырта ала. (икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында) Башҡортостан Республикаһының яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесен һайлағанға тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының йәш буйынса иң өлкән депутаты аса һәм алып бара. 69-сы статья Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы һайлана ала. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттары һаны, шулай уҡ уларҙың депутатлыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыу тәртибе һәм шарттары Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының профессиональ даими нигеҙҙә, шулай уҡ төп эшенән айырылмайынса эшләүсе депутаттарына бөтә вәкәләттәре срогы дауамында депутатлыҡ вәкәләттәрен тулы күләмдә тормошҡа ашырыу буйынса тиң мөмкинлектәр гарантиялана. Депутатлыҡ эшмәкәрлегенә бәйле сикләүҙәр федераль закон менән билдәләнә. (дүртенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты үҙенең статусын хоҡуҡ тәртибе, әхлаҡ ҡиммәттәренә, парламент дисциплинаһы ҡағиҙәләренә һәм традицияларына ярашлы файҙаланырға бурыслы. (бишенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы тарафынан индерелде) 70-се статья Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты федераль закон менән билдәләнгән осраҡтарҙа һәм тәртиптә тейелгеһеҙлеккә эйә. 71-се статья Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына түбәндәгеләр инә: 1) Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеү, уға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү; 2) Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының хакимиәт даирәһе һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһе буйынса хоҡуҡи көйләүҙе бойомға ашырыу; 3) Башҡортостан Республикаһы закондарына аңлатма биреү, уларҙың үтәлешенә контроллек итеү; 4) Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауҙы раҫлау; (4-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы редакцияһында) 5) Башҡортостан Республикаһы бюджетын һәм уның үтәлеше тураһында отчетты раҫлау; 6) федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһы һалымдарын һәм йыйымдарын билдәләү; 7) Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттарын һәм уларҙың үтәлеше тураһындағы отчеттарҙы раҫлау; 8) Башҡортостан Республикаһы бюджетының һәм Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттарының үтәлешенә контролде тормошҡа ашырыу; 9) Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкенә идара итеү һәм уның менән эш итеү тәртибен билдәләү һәм уның һаҡланыуына контроллек итеү; 10) Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошон һәм уны үҙгәртеү тәртибен билдәләү; 11) Башҡортостан Республикаһының сиктәрен үҙгәртеү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү; 12) Башҡортостан Республикаһы договорҙарын төҙөүҙе һәм өҙөүҙе раҫлау; 13) Башҡортостан Республикаһы референдумын тәғәйенләү һәм үткәреү тәртибен билдәләү, Башҡортостан Республикаһы референдумын үткәреү көнөн тәғәйенләү; 14) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙы үткәреү тәртибен билдәләү һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙы тәғәйенләү; (14-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы редакцияһында) 15) Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарҙы үткәреү тәртибен билдәләү һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарҙы тәғәйенләү; (15-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында) 16) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Президиумын, даими комитеттарын ойоштороу, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесен һайлау; (16-сы пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында) 17) Башҡортостан Республикаһы Башлығына ышанмаусанлыҡ (ышаныс) белдереү тураһындағы мәсьәләне хәл итеү; (17-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында) 18) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүҙе килешеү; 19) Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесен, Рәйесе урынбаҫарын һәм судьяларын вазифаға тәғәйенләү; 20) Башҡортостан Республикаһы Прокурорын тәғәйенләүҙе килешеү; 21) Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары ҡарауына Башҡортостан Республикаһы Башлығының хоҡуҡи акттарына, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдарының норматив хоҡуҡи акттарына үҙгәрештәр һәм (йәки) өҫтәмәләр индереү йә иһә уларҙы кире ҡағыу тураһында тәҡдимдәр индереү; (21-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында) 22) Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары акттарына суд тәртибендә ялыу биреү; (22-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында) 23) Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыу; 24) парламент тикшереүҙәре һәм парламент тыңлауҙары үткәреү; 25) Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилде, Башҡортостан Республикаһынд |